Әлшәй хәбәрҙәре
+19 °С
Ясно
Шиғри тулҡындарҙа
4 Октября 2018, 13:02

Көҙгө ямғыр

Тағы яуа инде көҙгө ямғыр,

Уятыр,ахрыһы,һағышымды.

Ямғыр моңо аша ишетәм кеүек

Алыҫтарҙан-һинең тауышыңды.


Көҙгө ямғыр-яҙғы ләйсән түгел,

Һалҡынлығы үтте үҙәгемә.

Йәйҙәремдә икәү инек тә бит-

Көҙҙәремә инәм һинһеҙ генә.


Яуа инде ямғыр,баҫып яуа,

Күк ябынған ямаулы һоро шәл...

Көҙ емештәр тирер мәл булһа ла

Үтеп кенә киткән йәйҙәрем йәл.


Гөлнур Ғиззәтуллина.
Читайте нас