Әлшәй хәбәрҙәре
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
27 Сентябрь 2018, 16:33

Мостай бабай ҡоштар осора.

( Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл.)

Ваҡ - мәшәҡәт, ығы - зығы тамам,
Бар эшенең сығып осона.
Нисә быуат оран һалып беҙгә
Мостай бабай ҡоштар осора.
Ғашиҡтарға осҡан һандуғастар
Ғашиҡ уттарында яндырҙы.
Һөйгәндәрен көткән яңғыҙҙарҙы
Күгәрсендәр парлап осорҙо.
Ерем, илем тиеп, Мостай бабай
Ҡаты алыштарҙа ҡан ҡойҙоң.
Шиғырҙарың, әҫәрҙәрең менән
Күкрәгеңдән ҡоштар осорҙоң.
Урыҫ менән башҡорт араһында
Ныҡлы бәйләнеште күрһәттең.
Йәмил менән Оксаналар кеүек
Дуҫ булырға беҙҙе өйрәттең.
Һин осорған ҡоштар күптән инде
Йылы яҡҡа осоп киткәндер.
Башҡорт теле - халҡым теле тиеп,
Йөрәккәйең ярһып типкәндер.
Ә бит хәҙер, " әсәй "- тиеп түгел,
" Мама "- тиеп үҫә балалар!
Башҡорт булып үҙ телең белмәһәң,
Ил тарихын кемдәр аралар?
Урыҫ телен ҡәҙерләгән кеүек,
Ҡәҙерләйек башҡорт телкн дә.
Урыҫ теле атай булһын әйҙә,
Әсәй булһын башҡорт теле лә.
Ваҡ - мәшәҡәт, ығы - зығы тамам,
Бар эшемдең сығып осона.
Башҡорт телен бөтөрмәйек тиеп,
Мин дә бөгөн ҡоштар осорам!!!!
Альбина Муллағолова.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: