Әлшәй хәбәрҙәре
+18 °С
Ясно
Баш
Тат
Шиғри тулҡындарҙа
25 Сентября 2018, 08:18
Әбейҙәр сыуағы
Добавить в предпочтительные источники Google
Күҙҙәрҙе иркәләй
Гөлйемеш ҡыуағы...
Алдата, шаярта
Әбейҙәр сыуағы.
Нағышлай һауаны
Үрмәкес ауҙары...
Әбейҙәр сыуағы-
Йәйҙәрҙең дауамы.
Йәйҙәрҙең дауамы-
Тик инде йәй түгел.
Алдана ла ҡуя
Йылы көткән күңел.
Наҙлы ла,танһыҡ та
Әбейҙәр сыуағы.
Йәйғорҙай нур сәсә
Һәр ағас,ҡыуағы.
Ҡыҫҡа шул,бик ҡыҫҡа
Йәмле йәй ғүмере.
Алтын көҙ,ҡайҙарҙан
Был төҫтәр үреме?
Ҡайҙарҙан шул саҡлы
Саф төҫтәр әләме?..
Әбейҙәр сыуағы-
Аҡ ҡыштың сәләме.
Гөлнур Ғиззәтуллина.
Читайте нас
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"