Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
18 Сентябрь 2018, 12:33

Урманға өндәшеү

(Халҡым урманға тере йән эйәһе итеп ҡараған.Бик ауыр булғанда ағастарға һыйынған,серен һандуғастарға һөйләгән...Автор фекере)


Күтәрәлмәҫ ауыр саҡтар була-

Нисек итеп кенә түҙәйем.

-Нисек итеп?..

Ошо һорау менән

Урман-тағы һиңә киләмен.


Нисек итеп,имән,һинең кеүек

Ерҙә ныҡлы баҫып торорға.

Тормошомдоң ағыр йылғаларын

Уңыр яҡҡа нисек борорға.


Нисек итеп,йүкәм,һинең кеүек

Йомшаҡ телкәйемде һаҡлайым.

Таянырҙай таянысым серек

Үҙ-үҙемде нисек яҡлайым.


Нисек итеп, ҡайын,һинең кеүек

Һәр ваҡытта һылыу ҡалырға.

Ярҙам итсе өмөт йондоҙома

Һүнмәйенсә балҡып янырға.


-Нисек итеп?-Ошо һорау менән

Бөҙрә талдар,һеҙгә өндәшәм.

Тәбиғәтем,йәшәргә көс һорап

Килгән һиңә бөгөн бер балаң.


Ныҡлығым,тим,һиндәй булһын ,имән,

Йомшаҡлығым һиндәй булһын,йүкәм,

Һылыулығым һиндәй булһын,ҡайын,

Йәшәргә көс бир һин килгән һайын,

Урман!
Гөлнур ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Читайте нас: