Һине уйлап иртән уянамын,
Ҡабатлайым исемеңде ҡат-ҡат.
Яҡты нурҙай һибелдең йәнемә,
Моң булып яттың күңелемә,
Бәлзәмдәй яғылдың йөрәгемә,
Көс бирәһең һин йәшәүемә!
Ҡанат ҡуяһың уйҙарыма һин,
Яҡтыртаһың тормош юлымды.
Бергә уҙғарайыҡ ғүмерҙәрҙе,
Бирсе, иркәм, миңә ҡулыңды!