Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
13 Апрель 2018, 17:52

Бәхет утрауы

Мин был ергә яралғандаАп-аҡ ҡош булғанмындыр,Бәхет утрауында ғынаЙәшәргә тыуғанмындыр.


Мин был ергә яралғанда

Ап-аҡ ҡош булғанмындыр,

Бәхет утрауында ғына

Йәшәргә тыуғанмындыр.


Тик ул утрауға һаман да

Барып етмәнем әле.

Әгәр ҙә һин барып етһәң

Хәбәрҙәр ебәр йәме.


Хәбәр ебәр ,бәхетебеҙ

Йәшәгән шул төбәктән.

Хыялһыҙ йәшәүе ауыр,

Мөхәббәтһеҙ бигерәк тә.


Хыялһыҙ йәшәүе ауыр...

Шуға үҙем яһайым,

Гел бәхетлеләр йәшәгән

Аҡ өмөттәр утрауын.


Читайте нас: