Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
6 Апрель 2018, 17:00

Сикләмәгеҙ кеше хистәрен...

Сикләмәгеҙ кеше хистәрен Был донъялар ситлек түгел дә! Яһалмалы гәлсәр ҡағиҙәләр Бик булмаһын тойғо күгендә.

Сикләмәгеҙ кеше хистәрен
Был донъялар ситлек түгел дә!
Яһалмалы гәлсәр ҡағиҙәләр
Бик булмаһын тойғо күгендә.



Юғарынан байҡап һеҙ тыймағыҙ
Саф һүҙҙәрҙең йәйғор ямғырын.
Ау, пәрҙәнән моңдо япмағыҙ
Алып килгән күңел паклығын.


Ҡалыптарға һалып һәләттәрҙең
Юлдарына ҡәлғә һалмағыҙ.
Нәфсе аҙғынлығын тыя алмай,
Алтындарҙан ҡапҡан ҡормағыҙ.


Маяҡтарҙы яҡты ҡабыҙығыҙ
Аҙашҡандар ярға ҡайтһындар.
Ашҡын, ярһыу йәш йөрәктәр
Изгелеккә һуҡмаҡ тапһындар.


Фирүз ӘХТӘМОВ.

Ҡармыш ауылы.
Читайте нас: