Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
19 Март 2018, 17:27

Шәреҡ шағиры Ғүмәр Хайәм робағиҙарына тәржемәләр

Көслө һәм байыраҡтан көнләшмә һин, Таң артынан барыбер кис етер. Үтескә тип алғандай һаҡсыл тотон, Бер һулыштай ҡыҫҡа был ғүмер.

***
Тормош еле ныҡ ҡаҡһа, еңеү тосораҡ була.
Әсе тирең мул аҡһа, бал татлыраҡ тойола.
Күҙ йәштәрен күп түккән ысын күңелдән көлә.
Бер саҡ үлеп терелгән йәшәү ҡәҙерен белә.
***
Кисә булған юғалтыуға һин илама.
Хыялыңа бирелеп, онотолма.
Үткәндәргә көйөп, килер бәхет тиеп,
Бөгөнгөңдән ҡалып, һин отолма.
***
Бар һылыу ҙа тыумай сибәр булып.
Матурлыҡҡа өйрән батырҙан.
Төҫкә-башҡа һылыу булғандар ҙа
Уҙа алмай күңеле матурҙан.
***
Тормошто аңлаған ашыҡмай артабан.
Ҡыуана, ҡәҙерләп мәлдәрен ғүмерҙең:
Яуыуын ямғырҙың, иреүен ҡарҙарҙың,
Йоҡлауын сабыйҙың, доғаһын ҡарттарҙың.
***
Өндәшмәүең - алтын, ул — һиңә һаҡ.
Күп һөйләүең - үҙең өсөн тоҙаҡ.
Бик бәләкәй булһа ла кеше теле,
Тормош боҙорға ул һәләк елле.
***
Көслө һәм байыраҡтан көнләшмә һин,
Таң артынан барыбер кис етер.
Үтескә тип алғандай һаҡсыл тотон,
Бер һулыштай ҡыҫҡа был ғүмер.
Лилиә СӘЛИМГӘРӘЕВА тәржемәләре.
Ҡармыш ауылы.
Читайте нас: