-2 °С
Болотло
Ҡояштың иркә нурҙары
Ирештереп бер булды:
- Йөҙөң-күркә йомортҡаһы,
Һипкеллекәй-һипкелле!
Күрше егет сәстән тарта,
Һипкелле, ти, һипкелле,
Үҙе һуҙа умырзая:
- Яҙ килде бит,яҙ килде.
Ҡайҙа ҡалды шул саҡтарым -
Һипкелдәргә бай саҡтар...
Үткәндәрҙән сәләм алып
Килеп тә төшмәй хаттар.
Яңы Сәпәш ауылы.