Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
16 Февраль 2018, 13:17

УЙНА, ГАРМУН!

Уйна, гармун, күңелдәрҙе Елкендереп ебәрсе, Сихри моңдарҙы тарат, Күҙҙәрҙән йәш килгәнсе.

Уйна, гармун, күңелдәрҙе
Елкендереп ебәрсе,
Сихри моңдарҙы тарат,
Күҙҙәрҙән йәш килгәнсе.
Гармунсының бармаҡтары
Таба гармун телдәрен.
Бейергә төшкән ҡыҙҙарҙың
Бөгөлә-һығыла билдәре.
Гармун моңдары тынмаһын,
Төрлө яҡҡа таралһын.
Күңелдәргә ҡанат ҡуйып,
Йөрәктә урын алһын.
Гармун моңо яңғыраһын
Туйҙарҙа, байрамдарҙа
Йыһан киңлеген биләһен,
Етһен ҡояш, айҙарға!
САЛАУАТ КӨҪӘПҠОЛОВ.
Раевка ауылы.
Читайте нас: