Үҙ яғына тағы ҡоштар ҡайта,
Һағындырып, көткән яҙҙар етә.
“Балам ҡайтыр, бәлки, иртәгә”, - тип
Өмөт менән юлдан күҙен алмай,
Бешерелмәгән тәм-том ҡалмай,
“Ҡайтҡандарын күрмәй ҡалырмын”,- тип
Эйе. Әсәй сабыр, һаман көтә,
Көтә торғас түҙемлеге бөтә.
Күстәнәсен һалып сумкаһына
Үҙе беҙҙең янға килеп етә...