Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Ясно
Шиғри тулҡындарҙа
8 Февраля 2018, 21:00

ИҢДӘРЕМӘ ҠУНСЫ, ӨМӨТ ҠОШОМ!

Эргәмдән ос, эй һин, Бәхет ҡошом, Киләсәккә бергә барайыҡ. Миңә тип аталған яҙмышымдың, Алтын асҡыстарын табайыҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эргәмдән ос, эй һин, Бәхет ҡошом,
Киләсәккә бергә барайыҡ.
Миңә тип аталған яҙмышымдың,
Алтын асҡыстарын табайыҡ.
Миңә инселәнгән яҙмышымдың
Табайыҡсы хәстәр-дауаһын.
Иңдәремә ҡунсы, Өмөт ҡошом,
Өмөт йөрөтә әҙәм балаһын.
Һауалағы бөркөт алыҫ булды,
Устарымда - ябай турғайым.
Ниндәй ауырлыҡтар осраһа ла
Мөхәббәтһеҙ итмә, Хоҙайым!
Сөнки Тормош ошо хәҡиҡәтте,
Иҫбат иткән инде мең ҡабат:
Өмөт булған ерҙә Бәхет була!
Бәхет булған ерҙә – Мөхәббәт!
Гөлнур ҒИЗЗӘТУЛЛИНА.
Яңы Сәпәш ауылы.
Читайте нас