Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
2 Февраль 2018, 18:13

Күҙҙәреңә бағам…

Өндәшмәйбеҙ… Күптән инде бына… Һинһеҙ генә тыуған таңдар бар… Ипләп кенә күҙҙәреңә бағам, Күҙҙәреңдә күпме моңдар бар.


Өндәшмәйбеҙ…
Күптән инде бына…
Һинһеҙ генә тыуған таңдар бар…
Ипләп кенә күҙҙәреңә бағам,
Күҙҙәреңдә күпме моңдар бар.
Өнһөҙ генә һөйләй һинең күҙҙәр
Күңелдәге тәрән яраны.
Быуаттар ҙа етмәҫ үтер өсөн
Ҡул һуҙымы ғына араны.
Наҙлы күҙҙәр бөгөн шундай яна,
Йондоҙҙан да яҡты йылыһы.
Күңел генә үкһей,
Үкенестән
Эй, ҡысҡырып килә илайһы…
Ә күҙҙәрең һинең көлгән була,
Күҙ йәшенә урын ҡалдырмай.
Донъя башланғандан бирле
Ғашиҡ йәндәр
Үҙ-үҙҙәрен шулай алдаймы?
Беребеҙгә-беребеҙ юл бирмәйбеҙ,
Бөтөрмө икән беҙҙең йүләрлек…
Ипләп кенә бағам күҙҙәреңә
Күҙҙәреңдә батып үлерлек…
Илфак Фаризов.
Раевка ауылы.
Читайте нас: