Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Шиғри тулҡындарҙа
28 Декабрь 2017, 13:35

Хуш киләһең, Эт йылы!

Яңы йыл байрамын йыл да Тулҡынланып көтәбеҙ. Быйыл маҡтаулы урынға Менеп баҫа этебеҙ!

Яңы йыл байрамын йыл да
Тулҡынланып көтәбеҙ.
Быйыл маҡтаулы урынға
Менеп баҫа этебеҙ!
Тоғро дуҫ ул хужаһына,
Кәрәк саҡта терәк тә,
“Бер аҙ” ғына ҡурҡыу хисе,
Уятһа ла йөрәктә.
Яңы йыл хужаһы булғас,
Аҡылланыр этебеҙ!
Яңы йылдан аҡ бәхеттәр,
Һөйөнөстәр көтәбеҙ!
Уяу булһын, һаҡлап торһон,
Беҙҙе яманлыҡтарҙан,
Йылмайһындар йыл буйынса
Йөҙҙәр гел шатлыҡтарҙан.
Еребеҙҙә, илебеҙҙә,
Булһын һәр саҡ тыныслыҡ,
Муллыҡта яҙһын йәшәргә,
Булмаһын һуғыш, аслыҡ.
Ышаныслы дуҫ-туғандар
Булһын гел яныбыҙҙа,
Тәнебеҙҙә булһын һаулыҡ,
Тыныслыҡ йәнебеҙҙә!
Уңышлы үтһен йылыбыҙ,
Матур булһын яңы юл,
Изгелектәр менән килһен,
Ҡотло булһын яңы йыл!
Читайте нас: