- Архивҡа шәхсән мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй, - тип яуап бирә район хакимиәтенең архив эштәре бүлеге мөдире Гөлнара Вилданова. – Һеҙҙе Пенсия фонды идаралығына саҡырасаҡтар, әгәр ҙә ниндәйҙер сәбәп менән һеҙҙең хеҙмәт кенәгәһендә хеҙмәт эшмәкәрлегегеҙҙең айырым осорҙары тураһында яҙма юҡ икән, Пенсия фонды архивҡа үҙе һорау ебәрә.