Халыҡ матур йәшәргә тырыша, матур йорттар төҙөй, ә юлдар ҡот осҡос хәлдә, ҡайҙа ҡарама соҡор-саҡыр, бер ҡасан да ремонт эшләнмәгән”. Республика Башлығы Радий Хәбировҡа социаль селтәрҙәрҙән килгән мөрәжәғәттән.
- Әлшәй районы территорияһында, Никифарҙан Ғәйнәямаҡҡа тиклем алты саҡрым оҙонлоҡтағы юл участкаһын республиканың Юл хужалығы идаралығы хеҙмәтләндерә, унда 2019 йылдың дүртенсе кварталында ваҡ таш һалынды, - тип яуап бирә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Наил Хәйретдинов. - Икенсе участка - Ғәйнәямаҡтан алып Туҡмаҡбашҡа тиклем юл, уның - оҙонлоғо 6,5 км, Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығы ҡарамағында. Унда урындағы карьерҙан алынған ваҡ таш һәм ҡырсын таш түшәлгән. Ағымдағы йылдың авгусында айырым участкаларҙа 600 м юл төҙөкләндерелде. Ноябрь айында был юлда автогрейдер эшләне. Әгәр ошо юлдарҙан үткәндә ҡыйынлыҡтар килеп тыуһа, республика Юл хужалығы идаралығының тәүлек әйләнәһенә эшләүсе диспетчерлыҡ хеҙмәтенә 8-927-955-1100 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.