- “Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһының “Торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү” маҡсатлы программаһының шарттары шундай, - тине район хакимиәтенең торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса баш инспекторы Зөлфиә Вәлишина. – Тәү сиратта, социаль түләүҙәр менән, иҫәпкә ҡуйыу датаһынан сығып, өс һәм унан күберәк балаһы булған йәш ғаиләләр тәьмин ителә. Һеҙгә тиклем ғариза биргән күп балалы ғаиләләр булыу сәбәпле, кемделер сираттан сығарырға хоҡуғыбыҙ юҡ. Әлеге программанан төшөп ҡалған осраҡта, һеҙ икенсеһендә, мәҫәлән, «Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү» программаһында ҡатнаша алаһығыҙ, унда йәш буйынса сикләүҙәр юҡ. Һорауҙарығыҙ булһа, 3-07-40 телефоны буйынса консультация ала алаһығыҙ.