Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Һалымдарҙы түләргә ваҡыт

«Йортобоҙ ике милексегә – иремә һәм миңә яҙылған. Иремә һалым түләү квитанциялары килде, ә миңә ниңәҙер юҡ. Ташламаларым да юҡ», - тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә район үҙәгендә йәшәүсе бер ханым.

- 2019 йыл өсөн милек һалымдарын түләү ваҡыты 1 декабрҙә тамамлана, - тип хәбәр иттеләр Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 31-се район-ара инспекцияһында. - Әгәр һалым ҡағыҙы килмәһә һәм һалым түләүҙән азат итеүсе ташламаларға эйә булмаған осраҡта, һеҙгә теләһә ҡайһы һалым инспекцияһына (иҫәпкә ҡуйылыу урынына ҡарамаҫтан), күп функциялы үҙәккә шәхесте раҫлаусы документ менән мөрәжәғәт итергә йәки «Һалым түләүсенең шәхси кабинеты» аша, шулай уҡ «Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә» сервисы ярҙамында ғариза ебәрергә кәрәк.

Күсемһеҙ милеккә һәм транспорт сараларына бер ҡасан да һалым ҡағыҙҙары алмаған һәм һалым һалына торған мөлкәткә ҡарата ташламалар булыу тураһында хәбәр итмәгән осраҡта, граждандар әлеге объекттарҙың барлығы тураһында һалым инспекцияһына хәбәр итергә тейеш.

Читайте нас: