“Атайым икенсе төркөм инвалиды, ай һайын коммуналь хеҙәмәттәргә түләү өсөн аҡса алды. Хәҙер компенсацияны түләү квитанцияһы буйынса тәғәйенләйҙәр. Атайымдың өйө мейес менән йылытыла, был осраҡта уға нимә эшләргә? Йылына ике машина утын кәрәк”, - тип мөрәжәғәт итте бер гәзит уҡыусыбыҙ.
Был һорауҙы беҙ республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең Бәләбәй районы һәм ҡалаһы буйынса филиалы директоры Лилиә БОРХАНОВАҒА бирҙек:
- Сентябрҙән льготаға эйә булыусылар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә компенсацияны яңы иҫәпләү буйынса ала башланы. Элек айлыҡ аҡсалата компенсацияның күләме республиканың муниципаль берәмектәре буйынса Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙең республика стандарттарына ярашлы билдәләнә ине. Хәҙер, бер тапҡыр бирелә торған компенсация тәғәйенләү тәртибен билдәләүсе норматив-хоҡуҡи акттарҙың айырым положениеларын федераль ҡануниәткә тап килтереү маҡсатында, торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә иҫәпләүсе приборҙар буйынса, ләкин ҡулланыу нормативтарынан артыҡ булмаған түләүҙәрҙән сығып иҫәпләнә.
Түләүҙәрҙең күләме киләһе айҙың 10 числоһына тиклем хеҙмәттәр өсөн түләнгән сумманан алып иҫәпләнә. Шуныһы мөһим, бер тапҡыр бирелгән аҡсалата түләү – кешенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләнгән сығымдарын кире ҡайтарыу ул. Бурыстары булғандарға компенсация түләнмәй.
Үҙәкләштерелгән йылытыу системаһы булмаған йорттарҙа йәшәүселәргә йылына бер тапҡыр ғариза буйынса коммуналь түләүҙәр өсөн киткән сығымдарға (ҡаты яғыулыҡ, баллонлы газ), нормаға ярашлы, ҡаты яғыулыҡ һәм баллонлы газ һатып алыуға киткән сығымдарын күрһәтеүсе документтар булған осраҡта, компенсация түләнә.