Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ ҡулға эйәләштергәндәр өсөн үҙебеҙ яуаплы

Билдәле француз яҙыусыһы Антуан де Сент-Экзюпериҙың был фәһемле һүҙҙәре бөгөн дә көнүҙәкКүптәребеҙҙең вайымһыҙлығы арҡаһында бөгөн йорт хайуандары урамда ҡала һәм төрлө йоғошло ауырыуҙар таратыусы булараҡ йәмғиәткә хәүеф менән янай. Был мәсьәләне нисек хәл итергә? Әлшәй район ветеринария станцияһы етәксеһе Х. Ҡ. ШӘРИПОВ менән әңгәмәбеҙ ҙә шул хаҡта.

- Хәлил Ҡадир улы, район ауылдарында булғанда, Раевка урамдарынан үткән саҡта йыш ҡына берәҙәк эттәр осрай. Улар араһында бик уҫалдары ла бар, мөмкин тиклем уларҙы урап үтергә тырышабыҙ. Айырыуса ололарҙан башҡа үҙҙәре генә иртән иртүк мәктәпкә ашығыусы һәм кисен дәрестәрҙән һуң өйҙәренә ҡайтыусы балалар өсөн хәүефләнәбеҙ. Өҫтәүенә, хәҙер ҡараңғы бик иртә төшә.

- Ысынлап та, берәҙәк, хужаһыҙ эттәр һәм бесәйҙәр күбәйҙе, кисә генә улар хужаларына кәрәк булһа, бөгөн инде был йән эйәләре тураһында берәү ҙә ҡайғыртмай. 2020 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә ингән “Хайуандарға ҡарата яуаплы мөнәсәбәт тураһында”ғы Федераль закон бындай хайуандарҙы яҡларға, уларға ҡарата мәрхәмәтле булырға, шулай уҡ граждандарҙы йыртҡыс хайуандарҙан һаҡлауҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

- Һуңғы ваҡытта берәҙәк хайуандарҙың ҡолаҡтарында биркалар булыуына иғтибар итәһең, зинһар, аңлатып китегеҙ әле, был ни өсөн кәрәк?

- “Хайуандарға ҡарата яуаплы мөнәсәбәт тураһында”ғы закон ҡараусыһыҙ ҡалған хайуандарға мөнәсәбәттең яңы тәртибен ҡарай: хәҙер уларҙы тоторға һәм приюттарға урынлаштырырға кәрәк. Унда йорт хайуандарын паразиттарҙан дауалайҙар, ҡотороу сиренә ҡаршы прививка яһайҙар, стерилләштерәләр, махсус чип ҡуялар һәм ҡайҙа тотҡандар, кире шул урынға ебәрәләр. Бер һүҙ менән әйткәндә, бирка – ул хайуандың электрон паспорты. Чипҡа килгәндә иһә, ул бер ниндәй ҙә аллергия тыуҙырмай һәм башҡаса алынмай. Хайуанды тотоу һәм кире ебәреү процесы видеоға төшөрөлә һәм тикшереү органдары өсөн башҡа кәрәкле документтар менән бергә һаҡлана.

Быға тиклем хужаһыҙ эттәрҙең һанын көйләү һәм улар араһында таралған йоғошло сирҙәрҙе кәметеү өсөн уларҙы атһалар, хәҙер был тыйылған.

- Әгәр ҙә эт уҫал икән, уны тотҡандан һуң кире иреккә ебәрергә яраймы? Уның кешегә ташланыуы, тешләүе лә ихтимал бит...

- Кешеләргә хәүефле хайуандар, ғүмерҙәре бөткәнсе дәүләт ҡарамағындағы приютта ҡалдырыла. Уларҙы үлтерергә ярамай. Бик ныҡ ауырыһалар ғына йоҡлата торған дарыу бирергә мөмкин.

- Берәҙек хайуандар менән хәл аҙыраҡ асыҡланды. Ә үҙҙәренең яратҡан йорт хайуандарынан баш тартҡандар менән нимә эшләргә һуң?

- Йәнә бер хәтерегеҙгә төшөрөп үткем килә: беҙ ҡулға эйәләштергән йән эйәләре өсөн үҙебеҙ яуаплы. Берәҙәк хайуандар һаны артыуы - кешенең вайымһыҙлығы, яуапһыҙлығы һөҙөмтәһе ул, йорт хайуанын тәрбиәгә алырға уйлағас, ниндәй яуаплылыҡ алыуыбыҙҙы беҙ яҡшы аңларға тейешбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп бесәйҙәр һәм эттәр, иҫке уйынсыҡ кеүек уйнап туйғандан һуң хужаларына кәрәкһеҙ булып урамда ҡалалар. Законда асыҡ итеп яҙылған: хайуандан баш тартҡан йәки артабан уны тәрбиәләү мөмкинлеге булмаған осраҡта, хужа уны яңы хужаға йәки приютҡа тапшырырға тейеш.

Тағы ла бер мөһим әйбер : әгәр йорт хайуандары тотҡан һәр хужа уны стерилләштереү тураһында уйлана икән, бер нисә йылдан берәҙәк, ҡараусыһыҙ эттәр һәм бесәйҙәр тураһында оноторға мөмкин буласаҡ.

- Хәлил Ҡадир улы, «Барлыҡ йәнлектәр» программаһы тураһында ла әйтеп үтегеҙ әле, ул нимәнән ғибәрәт?

- Был - хайуандарҙың үҙенә күрә берҙәм дәүләт базаһы, ул идентификация номерҙары булған теркәү-хисап мәғлүмәтен үҙ эсенә ала. Уның буйынса йорт хайуанының хужаһы тураһында бөтә кәрәкле мәғлүмәтте белергә мөмкин. Әгәр хужа йорт хайуанын планлы вакцинациялау тураһында онотһа, программа уға был хаҡта үҙ ваҡытында хәтеренә төшөрәсәк. Үҙеңдең йорт хайуаныңды юғалтҡан йәки теркәлгән сит хайуанды тапҡан осраҡта, ветеринария клиникаларында һәм приюттарҙағы «юғалғандар»ҙың дөйөм мәғлүмәт базаһы ярҙамында, шулай уҡ «Хайуанды эҙләү» сервисынан файҙаланырға мөмкин. Хайуандарҙы тәрбиәләү ҡағиҙәләрен үтәмәгән осраҡта, хужаны яуаплылыҡҡа тарттырыу мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, законда яҙылған таләпләрнең береһе - хужаларҙың үҙ хайуандары өсөн яуаплылығын арттырып, тәү сиратта, хайуанды идентификациялау, йәғни чиплау йәки биркалау ысулы менән номер биреү, ә артабан хайуандарҙы теркәүҙең «Барлыҡ йәнлектәр» берҙәм программаһына индереү.

Күптәрҙе борсоуға һалған икенсе мәсьәлә - хайуандарҙы урамда йөрөтөү. Ул мотлаҡ граждандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү шарты менән ғәмәлгә ашырылырға тейеш. Автомобиль юлын аша сыҡҡанда, дөйөм ҡулланылыштағы биналарҙа, күп фатирлы йорт ихаталарында, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында хайуандың ирекле, контролһеҙ йөрөү мөмкинлеген булдырмау кәрәк. Йорт хайуандары хужалары йәмәғәт урындарында йөрөгәндә эт-бесәйҙәре булған урынды таҙа ҡалдырырға бурыслы. Һәм, әлбиттә, уҫал этте моронсаһыҙ һәм бауһыҙ йөрөтөү тыйыла. Күпме йорт хайуанын тотоу мәсьәләһе, хужаның санитар-эпидемиологик талаптарға һәм нормаларға тап килгән тейешле шарттарҙы тәьмин итеү мөмкинлегенән сығып билдәләнә.

- Беҙҙә берәҙәк эттәр һәм бесәйҙәр кәмер, ә йорт хайуандары тотоусылар уларға ҡарата миһырбанлыраҡ булыр тип өмөтләнәбеҙ. Ә һеҙгә, Хәлил Ҡадир улы, йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.

Фото: delpos.ru

Читайте нас: