-Мәктәп автобусы бар, уҡыусыларҙы Шафран мәктәбенә илтеп ҡуя һәм дәрестәрҙән һуң Сураҡай ауылына алып ҡайта, - тип яуап бирә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Наил ХӘЙРЕТДИНОВ. – Юлдарға килгәндә иһә, Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә трассаһынан алып ауылдың Салауат Юлаев һәм Күл урамдары буйлап асфальт һалынған. Быйыл йәй, июнь-июль айҙарында Юл ремонтлау-төҙөү идаралығы эшсәндәре соҡорҙарҙы ямау эштәре атҡарҙы. Салауат Юлаев урамының ҡалған өлөшөнә ваҡ таш түшәлгән, аҡса булһа, 2021 йылда юлды күтәртеү эштәре планлаштырылған. Башҡа урамдарға килгәндә, Шафран ауыл Советы Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығы менән берлектә юлдарҙы тигеҙләү һәм таш түшәү менән шөғөлләнә. Был юлдарға асфальт һалыу ҡаралмаған. Быйыл Сураҡай ауылы ингән юлдағы соҡорҙарҙы ямау өсөн өҫтәмә аҡса бүленде.