тип хәбәр итә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы. Ә беҙҙең районда эштәр нисек тора?
- Ғинуар һәм февраль айҙарында киҫкен вируслы инфекциялар менән 1178 кеше, шул иҫәптән 872 бала һәм 306 оло кеше ауырыны, - ти Раевка үҙәк район дауаханаһы табип-эпидемиологы Регина ЙЫҺАНГИРОВА. – Уҙған йыл менән сағыштырғанда ауырыу кимәле 38,4 процентҡа юғары, былтыр 725 кеше ауырыған.
Киҫкен вируслы инфекция диагнозы менән дауаханаға 14 кеше һалынды, уларҙың 12-һе – балалар. 56 кеше пневмония менән сирләгән, шуларҙың 33-сө – балалар һәм 23-ө – өлкәндәр, улар бөтәһе лә дауаханаға һалынған. Бер өлкән кешелә грипп теркәлгән.
Вируслы инфекция йоҡтормау өсөн шәхси профилактика сараларын күҙәтегеҙ: кеше күп булған урындарҙа битлек кейегеҙ, ауырығандар менән аралашмаҫҡа тырышығыҙ, ҡулығыҙҙы һабынлап йыш йыуығыҙ, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барығыҙ, - тип иҫкәртте табип-эпидемиолог.