Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балаларыбыҙ өсөн борсолабыҙ

Халыҡ телендәге “лежачий полицейский”ҙарға килгәндә иһә, яһалма ҡаршылыҡтар мәктәп һәм балалар баҡсалары эргәһендә генә ҡаралған.

“Беҙҙең урам бик оҙон һәм кеше лә күп йөрөй, бигерәк тә автомобилселәр ҙур тиҙлектә елдерергә ярата. Ә юлда яһалма ҡаршылыҡтарҙы (“лежачий полицейский”) булдырыуға һәм ҡараңғы ваҡытта урамдарҙы яҡтыртыуға бер нисек тә ирешә алмайбыҙ. Был мәсьәләне хәл итергә ярҙам итегеҙ, зинһар, бигерәк тә балалар өсөн борсолабыҙ”, – тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә район үҙәгенең Октябрь урамында йәшәүсе ханым.

- Насар һауа шарттарына бәйле (көслө ел, ямғырҙар) был урамды яҡтыртыуҙа өҙөклөктәр булды. Ғәҙәттә урам яҡтыртҡыстары ҡараңғы төшкәс, идара узелында урынлашҡан фотореленан эшләй башлай. Ауылды яҡтыртыу линиялары оҙон, шуға ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниндәйҙер өҙөклөктәр булһа, уларҙы тиҙ генә табып та булмый. Шундай хәл килеп тыуғанда 2-23-39 телефоны буйынса беҙгә хәбәр итегеҙ, - ти Раевка ауыл Советы ауыл биләмәһенең торлаҡ-коммуналь хужалығы буйынса инспекторы Миңлеғәлим Әхмәтшин.

- Халыҡ телендәге “лежачий полицейский”ҙарға килгәндә иһә, яһалма ҡаршылыҡтар мәктәп һәм балалар баҡсалары эргәһендә генә ҡаралған. Ауыл эсендә автомобилдәр хәрәкәте тиҙлеге сәғәтенә 60 километрҙан артмаҫҡа тейеш, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер шоферҙар был ҡағиҙәне үтәмәй. Шуға ла шоферҙарҙы һәм йәйәүлеләрҙе юлдарҙа иғтибарлы булырға саҡырабыҙ.

фото/Яндекс

Читайте нас: