- Тынлыҡты боҙоусыларға ҡарата ла саралар бар, - ти Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең административ закондарҙы үтәү буйынса өлкән инспекторы Альбина КУТЬЯНОВА. – Төнгө ваҡытта пиротехника ҡулланған, радиоалғыстарын, магнитолаларын (шул иҫәптән машинала ла), телевизорҙарын көслө тауышҡа ҡуйған, ҡысҡырған, һыҙғырған, йырлаған, бейегән, ремонт һәм төҙөлөш эштәре башҡарған граждандарға ике меңдән алып өс меңгә тиклем штраф һалыныуы мөмкин. Вазифалы кешеләргә – биш меңдән һигеҙ меңгә тиклем, юридик шәхестәргә егерме меңдән утыҙ меңгәсә етеүе ихтимал. Закон буйынса төнгө ваҡыт киске 11-ҙән иртәнге 7-гә тиклем, ә ял һәм эшләмәй торған байрам көндәрендә – иртәнге 9-ға тиклем. Хоҡуҡ боҙоу осрағы яңынан ҡабатланһа, штраф суммаһы ла арта. Һеҙ ҡыйыу рәүештә үҙ участковыйығыҙға йәки полиция бүлегенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.