Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ҡасан отпускыға китергә?

Күптәр законлы отпускыһын йәй алырға теләй, әммә ул барыһына ла тәтемәй. Ә кемдәр йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә үҙ теләге буйынса ял ала ала һуң?

Был һорауға яуап биреүен үтенеп, беҙ Көньяҡ-көнбайыш район-ара халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге Әлшәй районы буйынса бүлегенең хеҙмәт буйынса белгесе Венера ФӘЙЗУЛЛИНАҒА мөрәжәғәт иттек:

- Хеҙмәт кодексына ярашлы, 18 йәше тулмаған хеҙмәткәрҙәр, 12 йәшкә тиклемге өс һәм унан күберәк балалары булған ата-әсәләр, 18 йәшкә тиклем инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәнең береһе үҙҙәре өсөн уңайлы ваҡытта отпускыға китә ала. Инвалид баланы тәрбиәгә алған опекунға, попечителгә лә шундай уҡ хоҡуҡ бирелә. Был исемлектә шулай уҡ почетлы донорҙар, хәрби хәрәкәт ветерандары, Чернобыль фажиғәһендә ҡатнашҡандарҙың ҡайһы бер категориялары бар. Отпускынан эшкә саҡырып алынған хеҙмәткәргә лә үҙ теләге буйынса артабан ялға китеү хоҡуғы бирелә. Йөклө ҡатындар һәм йәш әсәләр отпускыһын йөклөлөк һәм бала тыуҙырыу буйынса йәиһә баланы тәрбиәләү буйынса отпускыһына ҡушып ала ала.

Фото:Яндекс

Читайте нас: