- Был сағыу, онотолмаҫлыҡ байрамдар, яҡташтар осрашыуы ысын мәғәнәһендә матур йолаға әйләнде. Быйыл, Башҡортостандың йөҙ йыллығында, районыбыҙ ҙа юбилейлы даталарға бай. Байрамдар иртәгә Иршат ауылында (Ғәйнәямаҡ ауыл Советы) башланып китә, халыҡ тыуған ауылдарының 90 йыллығына йыйыласаҡ, - тип хәбәр итте район Советы секретары Шамил СӘЛИМОВ. – Түбән Әүрез ауыл биләмәһенең иң боронғо ауылдарының береһе – Әүрезтамаҡ августа 160 йыллығын билдәләйәсәк. Бай тарихлы Яңы Сәпәш ауылы июлдә 115 йыллығын үткәрә. Ҡармыш ауыл Советының Дим ауылына һәм Ташлы ауыл Советының Таштүбә ауылына 95 йәш “тула”. Әбдрәшит биләмәһендә лә ике түңәрәк дата: Балҡан ауылына – 90, Линда ауылына - 85 йәш. Красный Клин халҡы июлдә ауылдарының 85 йыллығын билдәләй.