- Күп балалы ғаиләләр һәм инвалид балаларҙың ата-әсәләре быйылдан башлап транспортҡа һалым түләүҙән азат ителде. Льгота 2018 йылғы һалым осоронан башлап ғәмәлдә, - тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте.
- Өс һәм унан да күберәк балиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр күп балалы тип иҫәпләнә. Льготанан ата-әсәнең (уллыҡҡа алыусы) йәки опекундар (попечителдәр) береһе двигателенең ҡеүәте 150 ат көсө тәшкил иткән бер еңел автомобилгә, шулай уҡ ҡеүәте 125 ат көсөнә тиклемге бер автобусҡа ҡарата файҙалана ала. Инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләгә льгота двигателенең ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклемге бер еңел автомобилгә бирелә. Әгәр ғаиләнең транспорты икәү булһа, льгота уларҙың береһенә генә ҡулланыла.
Һалым льготаларынан файҙаланыу һалым түләүсенең хоҡуғы булып һанала һәм бының өсөн ғариза тапшырырға кәрәк. Шуның өсөн 1 майға тиклем һалым органына йәки күп функциялы үҙәк офисына льготаға хоҡуҡты раҫлаусы документтар һәм ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Документтарҙы шулай уҡ почта йәки Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы “шәхси кабинет” аша ла ебәрергә мөмкин.