БР буйынса Росреестр идаралығының Әлшәй һәм Дәүләкән райондары буйынса бүлеге етәксеһе Рөстәм ХАРИСОВ аңлатма бирә:
- Һатыу-алыу эштәрен башҡарғанда шуны иҫәпкә алырға кәрәк, ер пайы (ер өлөшө) – сиктәре билдәләнгән айырым участка түгел, ә ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән дөйөм өлөшлө милектәге ер участкаһына өлөш. Уны ер участкаһын дөйөм иҫәптән сығармай һәм сығарып та һатырға мөмкин.
Тәүге осраҡта өлөш милкендә булған ер пайы хужалары йәки ошо ер участкаһынан күптән файҙаланыусылар – крәҫтиән (фермер) хужалығы йәки ауыл хужалығы предприятиеһы ағзаһы ғына һатып ала ала.
Ер пайын сит кешегә өлөш иҫәбенән ер участкаһын айырып бүлгәндән һуң ғына һатырға мөмкин. Бының өсөн өлөшләтә милектә ҡатнашыусыларҙың дөйөм йыйылышта ҡабул ителгән ҡарары кәрәк. Әгәр ундай ҡарар булмаһа, ер өлөшө (өлөштәре) хужаһы ер участкаһын межалау проектын әҙерләү өсөн кадастр инженеры менән килешеү төҙөй.
Һатыу-алыуҙың ике вариантында ла ер участкаһы бүленеүе тураһында пайсыларға (өлөшсөләргә) хәбәр итеү зарур.