Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар

Республикала фатирҙарға 50 меңдән ашыу янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролма ҡуйылған

“Һуңғы ваҡытта радио, телевидение аша янғын сығыу осраҡтары тураһында хәбәрҙәрҙе йыш тапшыралар. Иң ҡурҡынысы, утта балалар ҙа һәләк була. Республикала фатирҙарға 50 меңдән ашыу янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролма ҡуйылған, тип ишеттем. Был йәһәттән беҙҙең районда эштәр нисек тора? Ниндәй йорттарҙа ул бушлай ҡуйыла, уларҙы ҡайҙа һатып алырға мөмкин?” – тип ҡыҙыҡһына район үҙәгендә йәшәүсе.

Район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Марат Моратхужин яуап бирә:

- Уҙған өс йылда районда 843 янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролма ҡуйылды. Шуларҙың 621-е - бушлай күп балалы имен булмаған ғаиләләр йәшәгән йорттарға һәм квартираларға, 222-һе яңы тыуған сабыйҙары булған ғаиләләргә. 2018 йылдың 1 ғинуарынан башлап балалары тыуған бөтә ғаиләләр ҙә янғын сығыу тураһында хәбәр итеүсе йыһаздар менән тәьмин ителә.

Янғынға ҡаршы датчик батарейкала эшләй, ябай һәм ҡулланыу өсөн уңайлы. Ут сыҡҡанда ғына түгел, быҫҡып янған осраҡта, төтөн сыҡҡанда көслө сигнал бирә. Әйтергә кәрәк, бындай приборҙар тиҫтәләгән кешенең ғүмерен ҡотҡарҙы. Янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролманы Дәүләкән ҡалаһы Мәскәү урамы, 61 адресы буйынса урынлашҡан Башҡортостан ирекле янғын һүндереү ойошмаһында һатып алырға мөмкин. Бер комплекттың хаҡы – 350 һум. Батарейкаларҙың файҙаланыу ваҡыты үткәс, улар ғәҙәттә 1,5-2 йыл эшләй, уларҙы Раевкалағы “Арбат” магазинында һатып алырға була.

Читайте нас: