“Жилкомсервис-плюс” идара итеү компанияһы сүп-сар контейнерҙары өсөн майҙан булдырыуға Раевка ауылының Переезд урамындағы күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән аҡса йыйырға теләй”. Был хәбәр - социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменә килгән мөрәжәғәттән.
- Сүп-сар йыйыуҙы “Экология-Т” йәмғиәтенең төбәк операторы менән килешеү төҙөгән “Әлшәй-Экология” йәмғиәте ойоштора, көнкүреш ҡалдыҡтары ҡапсыҡтарҙа аҙнаға өс тапҡыр сығарыла. График район хакимиәтенең һәм Раевка ауыл биләмәһе сайттарында урынлаштырылған.
“Жилкомсервис-плюс” идара итеү кампанияһы директоры Рәмил Яппаров аңлатыуынса, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәрҙән аҡса йыйыуға бәйле бер ниндәй ҙә йыйылыштар булмаған. Переезд урамындағы 8а йорто 2019 йылда ихата территориялары төҙөкләндереләсәк күп фатирлы йорттар исемлегенә индерелде. “Башҡортостан ихаталары” проекты сиктәрендә контейнер майҙансыҡтары май – сентябрь айҙарында булдырыласаҡ.