Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Газ да, юл да юҡ

Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Әлшәй районы Нефороща ауылы яҙмышын хәл итеүҙә ярҙам күрһәтегеҙ, зинһар!..

Беҙҙә газ да, юлдар ҙа юҡ, ә документтар буйынса бөтәһе лә тәртиптә. 40 йорттан 12-һе генә ҡалды, халыҡтың күбеһе күсеп китте”. Был һорау социаль селтәрҙәрҙә Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменә Р. Искәндәровтан килгән.

Әлшәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Наил ХӘЙРЕТДИНОВ яуап бирә:

- Раевка-Нефороща автомобиль юлы республиканың Юл хужалығы идаралығы ҡарамағына инә. Былтыр 5 саҡрым оҙонлоғондағы юл ремонтланды. 2019-2020 йылдарға 31,5-33,3-өнсө километрҙағы участкала ремонт эштәре күҙалланған. Бындағы юлды планлаштырыу, ҡарҙан таҙартыу, үлән сабыу эштәрен “Башкиравтодор” йәмғиәте филиалы - Әлшәй юл ремонтлау-төҙөү идаралығы башҡара. Нефороща ауылын газ менән тәьмин итеүгә килгәндә иһә, был - бик ҡатмарлы мәсьәлә, һорауға яуап биреү өсөн ваҡыт талап ителә.

Читайте нас: