Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Китапхана яңы урынға күсте

“Шундай һорауым бар, ни сәбәпле үҙәк район китапханаһы элекке халыҡты социаль яҡлау бүлеге бинаһына күсте?" - тип мөрәжәғәт итте район үҙәгендә йәшәүсе.

- Әлшәй биләмә-ара китапханаһы объектив сәбәптәр буйынса яңы урынға күсте, сөнки Ленин урамындағы бина авария хәлендә тип табылды, - тип яуап бирә мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим ӘКИМБӘТОВ. - Китапхана яңы урында шул уҡ составта һәм шул уҡ режимда эшләй. Бында косметик ремонт үткәрелде һәм хәҙер унда яҡты, йылы һәм уңайлы. Шулай итеп, китапхана хеҙмәткәрҙәре һеҙҙе Раевка ауылы, Киров урамы, 1г адресы буйынса көтөп ҡала.

Читайте нас в