Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Изге эшкә ҡушылығыҙ

“Шафран ауылындағы Туғандар ҡәберлегендә Мәңгелек ут булдырыуға аҡса йыйыу иғлан ителеүе тураһында ишеткәйнек. Был дөрөҫмө?” – тип ҡыҙыҡһына күп кенә әлшәйҙәр.

- Эйе, уҙған йылдың октябренән беҙ ошо маҡсатҡа аҡса йыя башланыҡ. Йондоҙ формаһындағы Мәңгелек ут, унда ҡуйылыусы газлы баллондың, редуктор һәм газ шлангыһының хаҡы яҡынса 160 мең һумға төшәсәк. Мөмкинлек булһа, емерелгән ҡәбер таштарын да алмаштырырға ниәтләйбеҙ, - тип яуап бирҙе инициатива төркөмө етәксеһе, Шафран ауылында тыуып үҫкән Наил Дәүләтов. – Бөгөн иҫәп-хисап счетына 55000 һумдан ашыу аҡса күсерелгән дә инде. Был изге эшкә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр Һаҡлыҡ банкының 5336690138835899-сы картаһына аҡса күсерә ала. Алыусы: Игорь Николаевич Анненков.

Читайте нас: