- Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда 70 төрлө социаль түләү ҡаралған, шул иҫәптән балалы ғаиләләргә лә. Республиканың халыҡты социаль яҡлау үҙәге сайтында интерактив онлайн-консультант эшләй, һеҙ унда өйҙән сыҡмай ғына, барлыҡ социаль ярҙам саралары тураһында белә алаһығыҙ. Һеҙҙең туралағы барлыҡ мәғлүмәт аноним рәүештә тикшерелә, был шәхси мәғлүмәттәрҙең һаҡланышын гарантиялай.
Онлайн-консультант анкета биреүсенең һәм уның ғаилә ағзаларының ҡайһы категория льготаға дәғүә итеүен үҙ аллы билдәләй, адреслы социаль ярҙамға хоҡуҡты билдәләү өсөн ғаиләнең йәш составына ҡарап йәшәү минимумын иҫәпләп сығара.