Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Йорт юҡ, ә һалым ҡағыҙы килә

Күптәргә һүтелгән иҫке йорттарына ла һалым ҡағыҙҙары килгән осраҡтар бар.

- Артыҡ аҡса түләмәҫ өсөн ундай йорттарға йәки биналарға милек хоҡуғын ваҡытында туҡтатырға кәрәк, юғиһә мәғлүмәттәр Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрында һаҡланасаҡ һәм йыл һайын һалым иҫәпләү өсөн Федераль һалым хеҙмәтенә даими рәүештә ебәреләсәк, - тип аңлатма бирҙе Росреестрҙың БР буйынса кадастр палатаһы бүлеге етәксеһе Әлиә МӨХӘМӘТЙӘРОВА. – Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, күсемһеҙ милек объектын кадастр иҫәбенән төшөрөү тураһында ғаризаны милексе үҙе йәки ышаныс ҡағыҙы буйынса уның вәкиле генә тапшыра ала. Һеҙгә шулай уҡ был йорттоң емерелеүен йәки һүтеп алыныуын иҫбатларға тура киләсәк. Бының өсөн кадастр инженерына мөрәжәғәт итегеҙ, ул йорттоң ғәмәлдә булмауын раҫлаусы тикшереү актын әҙерләй.

Акт һәм ғаризаны Күп функциялы үҙәктә йәки Росреестр сайтында милексенең “Шәхси кабинеты”нда бирергә була.

Фото: Яндекс Картинки

Читайте нас: