Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Әсәлек капиталын электрон рәүештә

Хәҙер әсәлек капиталына сертификатты ҡағыҙ вариантта ла, электрон рәүештә лә алырға мөмкин.

Электрон сертификаттың өҫтөнлөктәре тураһында аңлатыуын һорап, беҙ Пенсия фондының Әлшәй районындағы идаралығы етәксеһе Минислам ҒИЛМЕТДИНОВҠА мөрәжәғәт иттек:

- Әсәлек (ғаилә) капиталына электрон сертификат алыу өсөн Пенсия фонды сайтында “Шәхси кабинет” аша йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында ғариза бирергә кәрәк.Артабан тейешле документтарҙы тапшырыу өсөн биш эш көнө эсендә Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәт итеү зарур. Электрон сертификаттың төп өҫтөнлөгө шунда, уны алыу өсөн яңынан мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй. Пенсия фонды әсәлек капиталы биреү тураһында ҡарар сығарғандан һуң, электрон сертификат автоматик рәүештә ғариза биреүсенең “Шәхси кабинеты”на ебәреләсәк. Кәрәк булһа, уны принтер аша сығарып алырға мөмкин.

Бөгөн әсәлек капиталы 453026 һум тәшкил итә.

Фото: Яндекс

Читайте нас: