“Быға тиклем Ниғмәтулланан Раевкаға маршрут автобусы йөрөй ине, шоферы ла бик әҙәпле булды, әммә ул ниндәйҙер сәбәп менән хәҙер эшләмәй. Беҙ үҙ йомоштарыбыҙ менән район үҙәгенә лә бара алмайбыҙ, сөнки һәр кемдең дә шәхси транспорты юҡ, ә такси яллаһаң бик ҡиммәткә төшә. Ошо мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам күрһәтеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ!” – тип мөрәжәғәт итте беҙгә Ҡырым ауылы халҡы исеменән Ә. Ғ. Ғилманова.
- Асыҡ конкурс һөҙөмтәләре буйынса Раевка – Байдаковка маршруты буйынса пассажирҙар һәм багаж ташыу тураһында таныҡлыҡ “З. Х. Садиҡова” шәхси предприятиеһына биш йылға бирелгәйне. Ләкин шәхси эшҡыуарҙың мөрәжәғәтенә ярашлы таныҡлыҡтың ғәмәлдә булыуы туҡтатылды.
Хәҙерге ваҡытта ошо маршрут буйынса пассажирҙар йөрөтөү хоҡуғына асыҡ конкурс үткәреү өсөн документтар әҙерләнә.