Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Район баҫмаһын сит илдә лә уҡырға мөмкин

“Әлшәй хәбәрҙәре”н күптән алдырам һәм яратыпуҡыйым.

Сәфәргә йыш йөрөргә тура килә, шуға ла район гәзитенең электрон версияһына яҙылырға ине. Быны нисек эшләргә?” – тип шылтыратты беҙгә Раевканан бер эшҡыуар.
Гәзиттең электрон варианты шуныһы менән уңайлы, уны өйҙә генә түгел, ил буйлап сәфәргә сыҡҡанда ла, хатта сит илдә лә уҡырға мөмкин. Иң мөһиме – Интернетҡа инеп булһын. Район баҫмаһының электрон варианты ҡағыҙ версияһынан бер нимә менән дә айырылмай, ә өҫтөнлөктәре күп. Беренсенән, һеҙ хат ташыусыны көтөп тормай гәзитте иртәрәк аласаҡһығыҙ. Икенсенән, был айырыуса мөһим, баҫманың яҙылыу хаҡы ла осһоҙораҡ. Һеҙгә кәрәкле мәғлүмәт юғалмай ҙа, йыртылмай ҙа һәм бер кем дә уны ырғыта ла алмай. Бөтә архив һеҙҙең шәхси кабинетығыҙҙа һаҡланасаҡ.
“Әлшәй хәбәрҙәре”нең электрон вариантына яҙылыу rbsmi. ru сайтында алып барыла. Төп менюҙа “Подписка” пунктына баҫып, беҙҙең гәзитте табығыҙ, яҙылыу осорон һайлағыҙ, исем-шәрифтәрегеҙҙе яҙығыҙ һәм үҙегеҙгә уңайлы алым менән заказ өсөн түләгеҙ. Үҙегеҙҙең электрон йәшникте күрһәтергә онотмағыҙ.
Реклама хоҡуҡтарында