- Рәсәйҙә 4 сентябрҙән шоферҙарға “Инвалид” билдәһен биреүҙең яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инде, - тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, халыҡты эш менән тәьмин итеү һәм социаль яҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәте. – Билдә руль артындағы беренсе, икенсе һәм өсөнсө төркөм инвалидтарға, шулай уҡ инвалидтар йәки инвалид балалар йөрөтөүсе шоферҙарға автомобилдәрен туҡталышҡа бушлай ҡуйыу хоҡуғын раҫлай. ”Инвалид” билдәһен йәшәгән йәки булған урын буйынса ғариза яҙып медицина-социаль экспертиза бюроһында алырға мөмкин. Ул бер ай эсендә эшләнә. Махсус билдәләнгән урындарҙа туҡтарға хоҡуҡ биреүсе был билдә инвалидҡа ғына тапшырыла һәм тап ул йөрөгән автомобилдә генә ҡулланылырға тейеш.