Ипотеканы әсәлек капиталы менән ҡапланыҡ, хәҙер ике балаға милек өлөшө яҙырға кәрәк. Беҙгә нотариусҡа мөрәжәғәт итергәме йәки Күп функциялы үҙәккә барып, яңы таныҡлыҡ алырға ғына кәрәкме? Милеккә бөтә хоҡуҡтарыбыҙ ҙа бар”, - тип мөрәжәғәт итә район үҙәгендә йәшәүсе ханым.
- Һатып алынған, төҙөлгән йәки әсәлек капиталын ҡулланып үҙгәртеп ҡоролған торлаҡ килешеү буйынса өлөш күләмен билдәләп, ата-әсәнең һәм балаларҙың дөйөм милкенә яҙыла.
Росреестрға өлөшләтә милеккә хоҡуҡты теркәү өсөн мөрәжәғәт итер алдынан һеҙҙән нотариус раҫлаған килешеү кәрәк буласаҡ, - тип аңлатты Росреестрҙың БР буйынса идаралығы Әлшәй һәм Дәүләкән райондары буйынса бүлеге етәксеһе Рөстәм ХАРИСОВ.