Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Кемдәргә өйгә килеп социаль хеҙмәтләндереү ҡаралған?

Беҙ “Ихлас” халыҡты коммерция булмаған автономиялы социаль хеҙмәтләндереү ойошмаһы директоры Зөлфиә МӨХӘМӘТЙӘНОВАНАН ошо һорауға яуап биреүен үтендек:

-Түбәндә күрһәтелгән граждандар йортта социаль хеҙмәт алыу хоҡуғына эйә:
ауырыу, йәрәхәт алыу, оло йәштә йәки инвалид булыу сәбәпле, үҙаллы хәрәкәт итеү һәләтен йәки мөмкинлеген тулыһынса йәки өлөшләтә юғалтыусылар;
ғаиләлә башҡа кешенең даими ярҙамына мохтаж инвалид йәки инвалид бала булған осраҡта;
инвалидты, баланы, балаларҙы ҡарауҙы (шул иҫәптән ваҡытлыса) тәьмин итеү мөмкинлеге булмағанда.
Социаль хеҙмәткәрҙәр законға ярашлы социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж тип табылмаған кешеләргә раҫланған тарифтар буйынса түләгән осраҡта хеҙмәттәр күрһәтә ала.
Читайте нас: