Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Көҙгө йәрминкәләр

“Яңы уңыш йәрминкәләре быйыл ҡасан ойоштороласаҡ?” – тип ҡыҙыҡһына күп кенә уҡыусыларыбыҙ.

- Көҙгө йәрминкәләр Шафран һәм Аксен ауылдарында – 29 сентябрҙә, ә йәкшәмбе, 30 сентябрҙә Раевка ауылында буласаҡ, - тип яуап бирҙеләр район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегендә.
- Үҙ продукцияһын һатырға теләгән ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрен, шәхси хужалыҡ тотоусыларҙы ҡалаларҙа ла көтәләр. 13 октябрҙә йәрминкәләр Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙасаҡ.
Һорауҙарығыҙ булһа, ауыл биләмәләре башлыҡтарына, ауыл хужалығы бүлегенә (тел. 3-07-41) йәки иҡтисади үҫеш бүлегенә (тел. 3-15-97, 3-14-04) мөрәжәғәт итергә кәрәк.