- Граждандарҙан административ хоҡуҡ боҙоуҙар, енәйәттәр тураһында хәбәрҙәр эске эштәр бүлегенең дежур часында тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителә һәм теркәлә. Дежур часть булмаған ауылдарҙа ғаризаны полиция хеҙмәткәре ҡабул итергә тейеш.
Енәйәт йәки үҙ ғәйебеңде танып килеү тураһында телдән һәм яҙма ғаризалар енәйәт эштәре-процессуаль закондарға ярашлы теркәлергә тейеш. Был осраҡта ғариза биреүсе күрәләтә ялған хәбәр өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралыуы тураһында иҫкәртелә. Шулай уҡ мәғлүмәтте 128 номеры буйынса БР буйынса Эске эштәр министрлығының “ышаныс телефоны” аша тапшырырға йәки Интернет-мөрәжәғәтте Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталындағы www.gosuslugi.ru адресы буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы департаментына ебәрергә мөмкин, - тип аңлатты Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлеге штабы етәксеһе Гүзәл Моратхужина.