Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ

Юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн районда ниндәй саралар планлаштырыла?

Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды бит?” – тип ҡыҙыҡһына ата-әсәләр.

- 13 августан 8 сентябргә тиклем район территорияһында балалар араһында юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән “Иғтибар – балалар!” сараһы үтәсәк. Шуға бәйле, шоферҙарға ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итәбеҙ: мәғариф учреждениелары эргәһенән уҙғанда үтә иғтибарлы һәм уяу булығыҙ, тиҙлек режимын боҙмағыҙ. Ата-әсәләр ҙә балаларына юлда үҙеңде нисек дөрөҫ тоторға кәрәклеген аңлатһын ине, - тип иҫкәртә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса ЮХХДИ бүлексәһе инспекторы Гөлназ ӘБДЕЛМӘНОВА.

Читайте нас: