Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Борсолорға урын юҡ

“Ыҫлаҡ һыу һаҡлағысында ремонт башлана икән, тип ишеттек. Беҙҙе һыу баҫмаҫмы?” – тип борсолоуын белдерҙе Иҙрис ауылынан бер ир.

- Ыҫлаҡ һыу һаҡлағысында ағымдағы ремонт эштәренә бәйле һыуҙы ағыҙыу планлаштырыла, - тип яуап бирҙе район хакимиәтенең Граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе Марат МОРАТХУЖИН. – Әммә борсолорға урын юҡ. Һыу Ыҫлаҡ, Ҡорһаҡ һәм Дим буйҙары туғайҙарына 10 августан 15 октябргәсә, әкренләп ағыҙыласаҡ. Халыҡҡа был хаҡта хәбәр ителде.

Читайте нас: