Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Эшсе һөнәрҙәргә уҡытабыҙ

“Аксен агросәнәғәт колледжының Раевка бүлексәһе ябыла икән тип ишеттек. Был дөрөҫмө?” – тип ҡыҙыҡһына сығарылыш синыф уҡыусыларының ата-әсәләре.

- Бөгөн Аксен агросәнәғәт колледжы квалификациялы эшселәр һәм урта звено белгестәрен әҙерләү буйынса ике төрлө программаны бойомға ашыра. Шул иҫәптән Раевка бүлексәһендә ауыл хужалығы производствоһы тракторсы-машинисы, иретеп йәбештереүсе (ҡул менән һәм өлөшләтә механикалаштырылған сваркалау), ашнаҡсы-кондитер һөнәрҙәренә уҡытыу алып барыла. 9-сы синыфтан һуң юғарыла һанап үтелгән белгеслектәр буйынса уҡыу срогы – 2 йыл да 10 ай, ашнаҡсы-кондитерға – 3 йыл да 10 ай. 11-се синыфты тамамлаусылар бер йылға аҙыраҡ уҡыясаҡ, - тип яуап бирә Аксен агросәнәғәт колледжы директоры урынбаҫары Ғәли СӘЛИХОВ.

Читайте нас: