Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Йыл аҙағын көтөп тормай

“Фатир һатып алыу менән аҡса яғы наҡыҫланды. Һалым ҡайтармаһын хәҙер үк оформить итеп буламы икән?” – тип һорай район үҙәгендә йәшәүсе бер ир.

-Торлаҡ һатып алғанда йәки төҙөгәндә, уҡыуға йәки дауаланыуға түләгәндә, шулай уҡ ғүмерҙе ирекле страховкалау килешеүҙәре буйынса страховка взностары суммаһындағы социаль һалым һәм инвестиция ҡайтармаларын йыл аҙағын көтөп тормайынса алырға мөмкин, - тип яуап бирҙеләр Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса 31-се район-ара инспекцияһында. - Бының өсөн һеҙгә йәшәгән урын буйынса һалым органына ғариза һәм сығымдарҙы раҫлаусы документтар тапшырырға кәрәк. Йәки “Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” аша электрон формала бирергә мөмкин. Һеҙ белдереү хәбәре аласаҡһығыҙ, уның менән үҙегеҙҙең эш биреүсегә мөрәжәғәт итегеҙ.

Һалым ҡайтармаларын алыу өсөн документтар исемлеге менән www.nalog.ru сайтында “Физик шәхестәр”/”Һалым ҡайтармаһын алыу” бүлегендә танышырға мөмкин.

Читайте нас: