Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Дөйөм майҙанмы йәки торлаҡ майҙан ғынамы?

“Беҙ атай-әсәйебеҙ менән бергә йәшәйбеҙ. Торлаҡ майҙан күләмен иҫәпләгәндә дөйөм майҙан йәиһә торлаҡ майҙаны ғына иҫәпкә алынамы?”

Өсөнсө сабыйҙары тыуған күп балалы әсәләр ер участкалары алыуға бәйле бер юлы ике һорау бирҙе. “Беҙ атай-әсәйебеҙ менән бергә йәшәйбеҙ. Торлаҡ майҙан күләмен иҫәпләгәндә дөйөм майҙан йәиһә торлаҡ майҙаны ғына иҫәпкә алынамы?” – тип һорай уларҙың береһе, “Мин - икенсе районда, ә балаларым Әлшәй районында теркәлгән. Участка алыу өсөн миңә ҡайҙа ғариза яҙырға?” – тип ҡыҙыҡһына икенсеһе.

-РФ Торлаҡ кодексының 15-се статьяһының 5-се пунктына ярашлы, граждандарҙың торлаҡ майҙан менән тәьмин ителеше кимәле (балкон, лоджия, веранда һәм террасаны индермәйенсә), торлаҡтың дөйөм майҙанынан сығып иҫәпләнә, - тип яуап бирә район хакимиәте башлығы урынбаҫары Наил ХӘЙРЕТДИНОВ. – Ә “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы закондың 10-сы статьясыһының 3-сө бүлегенә ярашлы, өс йәки унан күберәк балиғ булмаған балалары, шул иҫәптән бергә йәшәгән (прописка булған) уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынған балалары булған ғаиләләрҙәге ата-әсәләр йәки шул уҡ талаптарға тура килгән тулы булмаған ғаиләләге ата-әсәнең береһе күп балалы ғаилә тип иҫәпләнә.

Читайте нас: