Бөтә яңылыҡтар

Участкаларҙа карантин үләндәр үҫмәҫкә тейеш

“Һәр көндө район үҙәге урамдарынан үткәндә матурсәскә түтәлдәренә, йорт ихаталарының таҙалығына ҡарап һоҡланам.

“Һәр көндө район үҙәге урамдарынан үткәндә матур сәскә түтәлдәренә, йорт ихаталарының таҙалығына ҡарап һоҡланам. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөтә ерҙә лә былай түгел: бер нисә йорт янында сүп үләне, хатта карантин үҫемлектәр ҙә үҫә, ә улар башҡа участкаларға ла күсә бит. Шундай вайымһыҙ хужаларға ҡарата ниндәй ҙә булһа сара күреп булмаймы?” – тип һорай район үҙәгендә йәшәүсе бер ханым.
-Ысынлап та, район үҙәге территорияһында ҡайһы бер урындарҙа амброзия кеүек карантин үлән осрай, - тип яуап бирә Раевка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Вадим Килсурин. – Был ағыулы үҫемлек йорт хайуандарына зарарлы һәм кешеләр һаулығына ла насар йоғонто яһай, сәскә атҡанда көслө аллергия бирә, конъюнктивитҡа, йүтәлгә, быуылыуға килтерә.
Амброзияның таралыуына юл ҡуймау һәм юғарыла һанап кителгән ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн ауыл халҡы үҙ участкаларында һәм йорт эргәләрендә карантин сүп үләндәрен сабырға һәм тамыры менән йолҡоп ташларға тейеш.
Ауыл биләмәһе территорияһын төҙөкләндереү һәм санитар хәлдә тотоу ҡағиҙәләрен боҙған граждандар законға ярашлы яуаплылыҡҡа тарттырыла.