Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Тыуған яҡта осрашыуҙар

Ҡасан һәм ҡайһы ауылдарҙа юбилейҙар һәм һабантуйҙар уҙасаҡ, тип ҡыҙыҡһына гәзит уҡыусыларыбыҙ.

- 10 июндә Тавричанка һәм Балғажы ауылдарында традицион һабантуй байрамы уҙа, - тип яуап бирҙеләр район Советында. – Ә икенсе көндө, 11 июндә, Чехов исемендәге шифахана ауылы 120 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк. 16 июндә яңы ҡыпсаҡтар (Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл Советы) ауылдарының 90 йыллығына йыйыла. 23 июндә Ғәйнәямаҡ ауыл Советының Казанка һәм Туҡмаҡбаш ауылдарында һабантуй үтә, ә ыҫлаҡтар ауылдарына нигеҙ һалыныуға 280 йыл тулыуҙы байрам итәсәк.

30 июндә Бүҙәнйәр ауылына (Ғәйнәямаҡ ауыл Советы) – 90 йыл, ә Баязит ауылында (Ташлы ауыл Советы) һабантуй уҙасаҡ.

Йәйҙең һуңғы айында Шафран ауыл Советында ике ҙур дата – Ташкисеү һәм Ҡаран ауылдарының 90 йыллығы. Ташкисеүҙәр - 4 августа, ҡарандар 5 августа байрамға йыйыласаҡ.


Читайте нас: